

Республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар көн һайын күбәйә бара. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә ковид 417 ауырыуҙа (кисәгегә ҡарағанда 23-кә күберәк) асыҡланған.
Пандемия башланғандан алып вирус 297 871 сырхауҙа раҫланған.
Бөгөнгө көндә 221 сырхау стационарҙа ята. 17-һенең хәле ауыр, берәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған.
Сирҙе сағыштырмаса еңел уҙғарыусы 1862 ауырыу өйөндә дауалана. Үткән тәүлектә 201 яҡташыбыҙ инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә ковидтан үлеү осраҡтары теркәлмәгән.
Фото "Башинформ"дан алынды.