

Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов 28 августа «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә Новонадеждино ауылында йәшәгән Любовь Фроловна Шибанованың 100 йәшлек юбилейы тураһында хәбәр итте.
Любовь Шибанова 1922 йылда Сергуяз ауылында күп балалы урмансы ғаиләһендә тыуған. Өс класты тамамлағандан һуң әсәйһеҙ тороп ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышында ул торф ятҡылығында эшләгән, урман ҡырҡҡан. 1943 йылда тормошҡа сыҡҡан, ошо татыу ғаиләлә 12 бала донъяға килгән. Ире һәләк булғас, бәлиғ булмаған ете балаһын яңғыҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтергән.
Хәҙер ғаиләлә 27 ейән-ейәнсәр, 47 бүлә-бүләсәр һәм алты тыуа-тыуасар бар.