

Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО залында «Ғаилә һәм балалыҡ» күргәҙмә-форумы үтте. Майҙансыҡтарҙа төрлө йүнәлештә фекер алышыуҙар ойошторолдо. "Ғаилә - тыныслыҡ нигеҙе" интерактив семинарына республика баҫмалары баш мөхәррирҙәре, хәбәрселәре һәм радио-телевидение журналистары саҡырылғайны. Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе урынбаҫары Марат Әсғәт улы Ғәзизов республикалағы ғаиләне һаҡлаусы, уны нығытыусы проекттар менән таныштырҙы. Республика матбуғат сараларының ғаиләгә ныҡлы терәк булыуын билдәләне. "Ғаилә - тыныслыҡ нигеҙе" Бөтә Рәсәй ғаилә проекты авторҙары - Ғаиләне һаҡлау ойошмалары ассоциацияһы рәйесе, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең әсәлекте, балалыҡты һаҡлау һәм ғаиләгә ярҙам итеү комиссияһы генераль советының беренсе урынбаҫары, "Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау" федераль проекты етәксеһе Мария Леонидовна Филина һәм «БЛАГО-Медиа» компанияһының генераль директоры, «Быть Человеком» мәғлүмәт проекты етәксеһе Антонина Алексеевна Донцова тәжрибәләре менән уртаҡлашты, изге эштә бергә булырға, әүҙем эшмәкәрлек алып барырға саҡырҙы. Осрашыу аҙағында Мария Филина "Башҡортостан ҡыҙы"ның яңы һанын ҡыуанып ҡулына алды. Редакцияға Бөтә Рәсәй проекты хаҡындағы китапты бүләк итте.
Күргәҙмә-форумда атай-әсәйҙәр һәм балалар өсөн төрлө файҙалы Һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторолғайны. Балалар бушлай педиатр, эндокринолог, терапевт, невролог, психолог, психотерапевт, кардиолог консультациялары алды.
Был сара 26 августа ла дауам итәсәк әле. «Баланы түңәрәккә яҙ!» акцияһы, матур ғаилә байрамы ла уҙасаҡ: балалар өсөн уйындар, викториналар, квестар ойоштороласаҡ, «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы еңеүселәре ҡатнашлығында концерт та буласаҡ.
"Ғаилә" республика ресурс үҙәге белгесе Миңлегөл Айытбаева форумдың әһәмиәтле булыуы хаҡында әйтте. Үҙәк ғаиләгә ярҙам күрһәтеү буйынса уңышлы эшләй. Мөхәббәтле ғаиләләр ишәйеүе йәмғиәттең һау, сәләмәт булыуына йоғонто яһай. Һәм, киреһенсә, йәмғиәттә йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш, тәрбиә, ярҙам бирелһә, матур ғаиләләр ҙә күп булыр, тигән уйҙар менән таралыштыҡ форумдан.