-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Августа 2022, 08:12

Башҡортостан уҡыусылары ла ҡатнаша

Башҡортостандың 8 уҡыусыһы Мәскәүҙә үткән халыҡ- ара мәҙәниәт форумында ҡатнаша. Был сара 25- 28 августа баш ҡаланың күргәҙмәләр павильонында ойошторола. Афишаға мастер- кластар, лекциялар, ижади оҫтаханалар, түңәрәк өҫтәлдәр, арт- мәктәптәр кеүек йүнәлештәрҙән торған 60-п сара индерелгән. Ошо хаҡта Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова матбуғат конференцияһында һөйләне һәм һәләтле балалар менән таныштырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан уҡыусылары ла ҡатнашаБашҡортостан уҡыусылары ла ҡатнаша
Башҡортостан уҡыусылары ла ҡатнаша

Башҡортостандың 8 уҡыусыһы Мәскәүҙә үткән халыҡ- ара мәҙәниәт форумында ҡатнаша. Был сара 25- 28 августа баш ҡаланың күргәҙмәләр павильонында ойошторола. Афишаға мастер- кластар, лекциялар, ижади оҫтаханалар, түңәрәк өҫтәлдәр, арт- мәктәптәр кеүек йүнәлештәрҙән торған 60-п сара индерелгән. Ошо хаҡта Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова матбуғат конференцияһында һөйләне һәм һәләтле балалар менән таныштырҙы.

Ағартыу йүнәлешендәге сараларҙа балалар алдында танылған Рәсәй йондоҙҙары Сергей Безруков, Игорь Бутман, Николай Цискаридзе, Елена Гагарина кеүек кешеләр үҙҙәренең уңыш тарихын һөйләйәсәк, тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ.

Форумдың үҙәк өлөшөндә Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыу көтә. Балалар министрға мәҙәниәтте үҫтереү  һәм балалар ижадын яҡлау өлкәһендәге проекттарын тапшыра.

Был сарала бөтә Рәсәйҙән 1500 бала, шулай уҡ Беларус, Көньяҡ Осетия, Сербия, Тажикистан, Үзбәкстан, ДНР, ЛНР, Мысыр кеүек республика һәм илдәр ҡатнашыуы хаҡында белдергән.

Башҡортостандан юлланған уҡыусылар араһында сәнғәт, һынлы сәнғәт, телевидение, кино өлкәһендә уңыш ҡаҙанған балалар бар.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас