+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Августа 2022, 07:51

Ағиҙел ярына кино ҡарарға килегеҙ

27 августа “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, Өфөнөң Ағиҙел ярында бушлай фильмдар күрһәтеләсәк.Тамашасыларға асыҡ һауала Рәсәй һәм башҡорт режиссерҙарының картиналары тәҡдим ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙел ярына кино ҡарарға килегеҙАғиҙел ярына кино ҡарарға килегеҙ
Ағиҙел ярына кино ҡарарға килегеҙ

27 августа “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Ағиҙел ярында бушлай фильмдар күрһәтеләсәк.Тамашасыларға асыҡ һауала Рәсәй һәм башҡорт режиссерҙарының картиналары тәҡдим ителә.

Кино көнөнә арналған  акция, йылда,  традицион рәүештә   Өфөнөң  Ағиҙел ярына кино яратыусыларҙы йыя. Был иһә асыҡ һауала түләүһеҙ кино ҡарау мөмкинлеге лә. Программала башҡорт режиссеры Динара Әбдрәшитованың “Гильза” һәм режиссер Алексей Нужныйҙың “ Киләсәктән килгән пар” фильмдары тәҡдим ителәсәк.

Трансляция 20.50 минутта башлана, инеү бушлай.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас