

Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы башҡорт гимназияһына күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назар исеме бирелгән. Төбәк халҡы үҙҙәренең билдәле яҡташтарының исемен мәңгеләштереп уға хөрмәт билгеһен күрһәтте.
Райондың башҡорт гимназияһына быйыл 180 уҡыусы белем алырға киләсәк. Мәктәптә 18 педагог һәм өс тәрбиәсе эшләй. Уҡыусыларҙан 51 кеше Ауырғазы районы ауылдарынан. “Үҙе тыуып үҫкән төбәк мәктәбенә Рәшит Назар исемен биреү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының да урындағы кешеләр фекерен ҡушылған маҡсаты ине, ниһайәт ул тормошҡа ашты. Башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Назар үҙенең ижады менән башҡорт мәҙәниәтендә лә, шиғриәтендә лә айырым урын биләй. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында Талбазыла эшләп килгән башҡорт мәктәбенә уның исемен биреү символик әһәмиәткә эйә. Сөнки ул бөтә ил әҙәбиәтенә үҙ өлөшөн индергән шәхес,- тине Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Ошоға тиклем дә мәктәпкә Рәшит Назар исемен биреү хаҡында Ауырғазы районы хакимиәтенә күп мөрәжәғәттәр булған. Бында иһә төбәктең әүҙем кешеләре, гимназия педагогтарының үтенесе роль уйнаған. Был тәҡдимде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләт – Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов хуплап сыҡҡан. Башҡорт гимназияһына Рәшит Назаровтың исемен биреү ваҡиғаһын уның менән бер осорҙараҡ ижад иткән һәм йәшәгән ҡәләмдәштәре, ижадташтары һәм замандаштары ла бик йылы ҡабул итте.