+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Август 2022, 10:57

Санитар вертолет ярҙамға килә

Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына Ҡариҙел районынан санавиация вертолетында 11 йәшлек малайҙы килтергәндәр. Бала 10 августа юлдағы аварияла имгәнеүҙәр алған була. Был турала үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Малайҙың башында, эске ағзаларында күп йәрәхәттәр була. Айрат Рәхмәтуллин урындағы табиптарҙың балаға тейешле медицина ярҙамы күрһәтеүен билдәләй.

“Тейешле саралар күргәндән һуң, Ҡариҙел дауаханаһы белгестәре Республика балалар клиник дауаханаһы нейрохирургтары, реаниматологтары, неврологтары менән берлектә ауырыуҙы Өфөгә алып барырға ҡарар итә. Бының өсөн санавиация вертолеты саҡырталар”, – ти Айрат Рәхмәтуллин.

Вертолетта баланы Республика балалар клиник дауаханаһынан килгән реаниматолог менән шәфҡәт-туташы-анестезиолог оҙата бара.

Министр ошондай осраҡтарҙа һәр ваҡыт санитар авиация ярҙамына таянырға мөмкин булыуын әйтеп үтте. Санитар вертолет, ҡәҙерле ваҡытты әрәм итмәйенсә, ауырыуҙы ашығыс килтереп еткерергә булышлыҡ итә.

2021 йылда Башҡортостандың санитар авиацияһы 145 осош яһаған. 2022 йылда яһалған осоштар иһә – 118, санитар вертолет ярҙамында йәмғеһе 124 пациент килтерелгән.

Фото Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: