+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Август 2022, 10:06

«Экология аҙналығы»нда ҡатнашаһығыҙмы?

Республикабыҙҙа “Экология аҙналығы” акцияһы дауам итә. Уның маҡсаты –  тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, экологик мәҙәниәтте үҫтереү, һыу объекттарында һәм ял урындарында таҙалыҡ булдырыу. 

«Экология аҙналығы»нда ҡатнашаһығыҙмы?
«Экология аҙналығы»нда ҡатнашаһығыҙмы?

Республикабыҙҙа “Экология аҙналығы” акцияһы дауам итә. Уның маҡсаты –  тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, экологик мәҙәниәтте үҫтереү, һыу объекттарында һәм ял урындарында  таҙалыҡ булдырыу.  Сара сиктәрендә халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа, йылға, күл буйҙарында һәм төп туристик маршруттарҙа өмәләр ойошторола.

  “Йәйге осорҙа йәмле тәбиғәт урындары ҡағыҙ, шыптыр, консерва банкалары, шешә менән тула.  Тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтергән ҡалдыҡ сүплектәре тупраҡты ла, һыуҙы ла зарарлай, янғын хәүефен арттыра. Шуға ла һәр ял итеүсенең үҙен тотошона яратҡан ял урынының матурлығы ғына түгел, ә тотош экосистеманың сәләмәтлеге бәйле. Барлыҡ кешеләрҙе, ирекмәндәрҙе, ойошмаларҙы, йәштәрҙе ғәзиз тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Һәр ҡайһыбыҙҙың ҡатнашлығы мөһим, республикабыҙҙы таҙараҡ һәм йәшелерәк итәйек”, – тигән Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Кисә Башҡортостандың 17 районында тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, тәртипкә килтереү маҡсатында экологик субботниктар үтте. 

Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: