+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Август 2022, 13:28

Башҡортостандан һәләтле уҡыусылар Халыҡ-ара балалар форумында ҡатнашасаҡ

25-28 августа Мәскәүҙә Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумы уҙасаҡ. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1 мең 500-ҙән ашыу һәләтле уҡыусы ҡатнашасаҡ.    

Шулай уҡ Мысыр, Абхазия, Белоруссия, Үзбәкстан, Тажикстан, Сербия, Көньяҡ Осетия, Төркмәнстан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан делегациялар киләсәк. 60-тан ашыу сараны үҙ эсенә алған форумда һәр баланың һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бай программа – оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, ижади оҫтаханалар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған. Бынан тыш, форумда ҡатнашыусыларҙы билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә.

Форум мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, йәш һәләттәрҙе үҫтереү, мәҙәни-тарихи мираҫты танытыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторола. Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади осрашыуҙарҙа, концерттарҙа ҡатнашасаҡ.  

Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыр өсөн Башҡортостан Республикаһының делегация составына иң һәләтле һигеҙ мәктәп уҡыусыһы һайланып алынған. Улар – Ника Мартюченко, Милена Кулик, Сәлимә Хәмитова, Алан Шамёнов, Илана Садиҡова, Фатима Сынбулатова, Зарина Юнысова, Арсений Ғәйнуллин.

Фото: Башҡортостан Республикаһы рәсми порталынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: