+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Август 2022, 09:04

Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырылды

 Төҙөүселәр көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр – илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ышаныслы терәге, уларҙың ауыр һәм яуаплы хеҙмәте тәрән ихтирам уята, тигән республика етәксеһе.

Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырылды
Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырылды

 Төҙөүселәр көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төҙөүселәр – илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ышаныслы терәге, уларҙың ауыр һәм яуаплы хеҙмәте тәрән ихтирам уята, тигән республика етәксеһе.

«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Яҡты йорттар, һоҡланғыс биналар өсөн рәхмәт. Төҙөкләндерелгән ҡала-ауылдар, юлдар һәм күперҙәр өсөн. Йылдан-йыл республикабыҙҙы үҙгәртәһегеҙ. Профессиональ рекордтар ҡуяһығыҙ. Тармаҡта алдынғылыҡты һаҡлайһығыҙ. Төҙөлөш күләме, торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ – иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә. Йыл ярымда 4,5 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр яҡынса 3 миллион. Башҡортостан тарихында бындай күләмдең бер ҡасан да булғаны юҡ», – тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта республика төҙөүселәре Донбаста емерелгән йорттарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә, тине ул. Радий Хәбиров Башҡортостандың Луганск Халыҡ Республикаһында Шайморатов исемендәге шефлыҡҡа алынған мәктәбе барлығын һәм 1 сентябрҙә уҡыусыларҙың яңынан төҙөлгән мәктәпкә барасағын әйтте.

«Беҙ «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә федераль аҡсаны әүҙем йәлеп итәбеҙ. Быйыл 4,4 миллиард һум үҙләштерәбеҙ. Өфөнөң Ағиҙел аръяғында һәм Нефтекамала ҙур инфраструктура проекттарын башлап ебәрҙек. Өфөнөң «Көньяҡ ҡапҡалары» төҙөлә башланы, Көнсығыш сығыу юлы буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Быларҙың барыһы ла торлаҡ төҙөү өсөн мөмкинлектәребеҙҙе киңәйтә. Төҙөлөш комплексы үҙ бурыстарын үтәр, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ матур булһын өсөн яңы йорттар төҙөр тип ышанам»,  – тигән Радий Хәбиров.

Бөгөн төҙөлөш тармағының 58 вәкиле һөнәри байрамы алдынан дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров төҙөүселәргә емешле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләне.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-11/radiy-habirov-vruchil-gosnagrady-stroitelyam-bashkirii-nakanune-ih-professionalnogo-prazdnika-2905817

 
 
Автор:
Читайте нас: