+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Августа 2022, 04:05

Йомғаҡтар һәм бүләктәр

Ярты быуат элек әбйәлилдәр бөгөн республикала иң популяр сараларҙың береһен - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын башлап ебәргәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомғаҡтар һәм бүләктәрЙомғаҡтар һәм бүләктәр
Йомғаҡтар һәм бүләктәр

Ярты быуат элек әбйәлилдәр бөгөн республикала иң популяр сараларҙың береһен - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын башлап ебәргәйне.

Сара ауылдарҙа йыл һайын үтеп тора. Әбйәлил районында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"ға 2013 йылдан алып йомғаҡ яһап баралар. Ойошҡанлығына, йөкмәткеһенә, халыҡтың әүҙемлегенә ҡарап, урындар билдәләйҙәр, аҡсалата премиялар бирәләр.   

Быйылғы осрашыуҙарҙа иң матур, иң әҙерлекле ауыл Амангилде булып сыҡты, тип яҙа район “Осҡон” гәзите үҙенең сайтында. Ауыл 50 мең һум премияға лайыҡ булған. Ә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Рауил һәм Таҡһыр ауылдары яулап, ярашлы рәүештә 40 һәм 30 меңлек премия алған. Унан тыш, барлыҡ ауылдарҙан да иң әүҙем ойоштороусыларҙы (4-әр кеше) район башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләгәндәр.

Автор:
Читайте нас