+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2022, 11:41

Яңы мәктәп һалына

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп төҙөлә. Ул бер юлы 2 мең уҡыусыны һыйҙыра. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Азат Бадранов яҙып сыҡты. Етәксе ошо көндәрҙә мәктәптәге төһөлөш барышы менән танышты.

Яңы мәктәп һалына
Яңы мәктәп һалына

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп төҙөлә. Ул бер юлы 2 мең уҡыусыны һыйҙыра. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Азат Бадранов яҙып сыҡты. Етәксе ошо көндәрҙә мәктәптәге эштәр барышы менән танышты.

  • Заманса белем биреү усағы кабинеттар, таҡта, аҡбурҙан ғына тормай, ә бөгөнгө көн мәктәбе – ул компьютерлаштырылған, яңы техникалар менән тәьмин ителгән, төрлө лаборатория комплекстары булған мәғариф учреждениеһы. Ошо талаптар үтәлмәйенсә тороп бер мәктәпте лә сафҡа индермәйҙәр. Сит илдәрҙең санкциялары мәктәп төҙөлөшөн бер ни тиклем артҡа күсерҙе. Күп кенә материалдар һәм ҡорамалдар ҡиммәтләнде. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙ Инорс мәктәбен төҙөп бөтөүҙе күҙалланыҡ. Йылдың өсөнсө сирегенә мәктәп сафҡа инергә тейеш, тип яҙған Азат Шамил улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: