+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2022, 10:27

Туғандаш республика табиптарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтле

Луганск халыҡ республикаһында Башҡортостандан килгән табиптар өс автопоезда – поликлиника, кардиология, стоматология автопоездарында эшләй. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе, элекке һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шул турала һөйләй.

“Табиптарыбыҙ, волонтер булараҡ, Донбасстағы коллегаларына ярҙам итә, ауырыуҙарҙы дауалай, операциялар яһай. Яҡташтарыбыҙға еңелдән түгел, тыныс ваҡыттар һирәк була. Июнь айында медицина бригадаһы хатта Красный Луч ҡалаһын Украина ғәскәрҙәренең “Точка-У” ракетаһын ҡулланып утҡа тотоуына эләгә. Хәрби припастар келәте яна башлай. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары ашығыс рәүештә ауырыуҙарҙы бомбанан һаҡланыу урынына эвакуациялай. Өсөнсө сменала табип-неанатологыбыҙ, ҡалала берҙән-бер белгес булараҡ, перинаталь үҙәктә ял көндәрһеҙ эшләне. Уның ярҙамында 28 сабый донъяға килде”, – тип яҙа Максим Забелин.

10 августа Луганск халыҡ республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Наталья Пащенко бөтә өс сменала ла эшләгән республикабыҙ медиктарына рәхмәт белдерҙе, һәм өсөнсө смена табиптарын “Рәхмәтле Луганск халыҡ республикаһы халҡынан” тигән почет билдәһе менән бүләкләне.

“Башҡортостан медиктары эшен лайыҡлы баһаланылар, тип иҫәпләйем. Ә республикабыҙ туғандаш халыҡҡа күпме кәрәк, шунса ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне Максим Забелин.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: