+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2022, 08:45

Төтөн монар булып тора

Бөгөн иртән Өфөнө тотошлайы менән монар ҡапланы.

Төтөн монар булып тора
Төтөн монар булып тора

Бөгөн иртән Өфөнө тотошлайы менән монар ҡапланы.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, киң мәғлүмәт сығанаҡтары кисә Башҡортостандың Асҡын, Хәйбулла, Ҡариҙел һәм Нуриман райондарында төтөн таралды, тип яҙғайны. Күрәһең ул баш ҡалаға ла килеп етте.

Быға Ханты-Манси автономиялы округында урмандарҙың яныуы сәбәпсе икән. Әлеге ваҡытта Юграла 65 янғын сығанағы иҫәпләнә.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, әле Башҡортостанда бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡлана.

Автор:
Читайте нас: