+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2022, 11:57

Радик Юлъяҡшин Мәскәү сәхнәләрен яуларға ниәтләй

Башҡортостан эстрадаһы йондоҙо  Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) милли сәхнәнән китеүе һәм Мәскәүгә күсеүе хаҡында белдерҙе.  Үҙенең сәхифәһендә ул, башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар ижад итеүҙән туҡтауы, бер альбомға һыйырлыҡ йыйылған рус  телендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуы хаҡында яҙып сыҡҡан.

  • Минең йырҙарым аша күп кенә башҡорт йәштәре үҙҙәренең милли моңон танып белде, тел өйрәнде. Быны бер кем дә инҡар итә алмай. Бөгөн рус телендә бер альбомға һыйырлыҡ байтаҡ проекттарым йыйылған. Уларҙы Өфө- Ҡаҙан юлында йөрөп тормошҡа ашыра алмайым. Шуға Мәскәүгә күсеүемде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Оҙаҡламай мине федераль каналдарҙа күрә башларһығыҙ, - тигән Радик Юлъяҡшин.

Шулай уҡ йырсы Башҡортостан һәм Татарстан буйлап хушлашыу  концертын үткәреүе хаҡында ла белдергән. “Быйыл милли проекттарға хуш”- тигән ул. Радик Юлъяҡшин 16 йыл дауамында ике республика тамашасыларына йырҙар ижад итте, төрлө  дәүләт һәм йәмәғәт кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашты.

фото Башинформдан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: