+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2022, 09:20

«БэлешФест-2022» була

20 августа Бүздәк районының Бүздәк ауылында  «БэлешФест-2022» фестивале үткәрелә.

«БэлешФест-2022» була
«БэлешФест-2022» була

20 августа Бүздәк районының Бүздәк ауылында  «БэлешФест-2022» фестивале үткәрелә.

Башҡортостан халыҡтарының милли кухняһын һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәм өйрәнеүҙе  маҡсат итеп ҡуйған был проект быйыл Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.  Унда байрамдың төп символы, башҡорт ерендә ҡунаҡсыллыҡты сағылдырып, сөсө ҡамырҙан төрлө эслек менән бешерелгән “Ҙур бәлеш” урын ала.

Фестивалдең төп майҙанында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурд, мари, мордва халыҡтарының аштарын һәм эсемлектәрен тәмләргә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ милли кейемдәр, кәсептәр күргәҙмәләре ойошторола. Фестиваль сиктәрендә милли аш-һыу әҙерләү һәм өҫтәлде биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, балалар һәм өлкәндәр өсөн тематик ун майҙансыҡ эшләй.

Төп майҙанда ризыҡтарҙың ҙур парады, бәлеш әҙерләү оҫталарының конкурсы үтә. Ҡунаҡтарҙы республиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында  мәҙәни-күңел асыу программаһы көтә, ә байрамдың иң сағыу ваҡиғаһы – Бүздәк ауылында “Бәлеш” арт-объектының асылыуы.

Автор:
Читайте нас: