+17 °С
Ямғыр
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлгән.
Уларҙа 12 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Автоинспекция хеҙмәткәрҙәре эскән килеш руль артына ултырған 26 водителде тотҡан. Барлығы республика юлдарында 1500 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған.