+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
10 Август 2022, 09:02

Башҡортостандан Ҡаҙағстанға тағы бер рейс асылды

Росавиация Өфө менән Аҡтау араһында авиабәйләнеш ойошторорға рөхсәт иткән.

Башҡортостандан Ҡаҙағстанға тағы бер рейс асылды
Башҡортостандан Ҡаҙағстанға тағы бер рейс асылды

Red Wings авиакомпанияһы Федераль һауа транспорты агентлығынан «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Ҡаҙағстанға тағы бер рейс асыуға рөхсәт алды, тиелә агентлыҡтың бойороғонда.

Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһынан Аҡтауға ла самолеттар оса башлай. Аҡтау — Каспий диңгеҙ буйындағы ҙур сәнәғәт ҡалаһы. Уның махсус статусы ла бар. Бында Ҡаҙағстандағы берҙән-бер диңгеҙ порты урынлашҡан, ял итеү һәм күңел асыу индустрияһы, шулай уҡ курорт инфраструктураһы әүҙем үҫешә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, август башында «Өфө» аэропортынан Ҡаҙағстандың төп иҡтисади үҙәктәренә — Нур-Солтан һәм Алматы ҡалаларына бер блы ике осош программаһы старт алды.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-08-09/rosaviatsiya-razreshila-organizovat-aviasoobschenie-mezhdu-ufoy-i-aktau-2902991

Автор:
Читайте нас: