+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
10 Август 2022, 15:40

Баҡса продукцияһын ҡыйыу һатырға була

Үҙ баҡсаһында үҫтерелгән продукция менән сауҙа итеүселәргә шарттар тыуҙырыла.  Республикала был маҡсатта яҡынса 4 мең урын бүлеү ҡаралған. Республика Башлығы  Радий Хәбиров төбәк етәкселәренә, баҡсасыларға аяҡ салмаҫҡа, киреһенсә ярҙам итеү бурысын йөкмәтте.

Ябыҡ типтағы һатыу урындары булдырыу һәм уны сауҙа иткән кешеләргә түләүһеҙ тәҡдим итеү. Республика Башлығының муниципаль етәкселәргә йөкләмәһе ошонан ғибәрәт булды.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев, бөгөнгө көндә урам сауҙаһы өсөн 300-ләп майҙансыҡтың ҡоролоуо хаҡында белдерҙе. Иң күп урындар Өфөлә эшләнгән- 34 майҙанда 569 урынлыҡ һатыу нөктәһе. Унан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 15 майҙанында 197 урынлыҡ сауҙа,Бөрө ҡалаһының 6 майҙанында 395 урынға иҫәпләнгән сауҙа урыны бар.

Ошондай уҡ сауҙа нөктәләре  башҡа ҡалаларҙа һәм муниципаль райондарҙа ла ойошторола. Һәр хәлдә ғүмер буйы үҙ баҡсаһынан ҡалғанды һатып көн иткән, башлыса оло кешеләр өсөн, хәҙер яҡшы шарттар булдырылды.

Фото Башинформдан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: