+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
10 Август 2022, 08:59

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын алыусылар исемлеге киңәйтелде

Башҡортостанда “Ата-әсә ҡаһарманлығы” наградаһы тураһында положениеға төҙәтмәләр индерелде. Тейешле указға 8 августа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Хәҙер патронат тәрбиәселәр ҙә миҙалға һәм бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һум аҡсаға дәғүә итергә мөмкин. Тик ғаилә ете һәм унан күберәк бала алған осраҡта ғына.

Бынан тыш, өс һәм унан күберәк инвалид баланы тәрбиәгә алыусылар, шулай уҡ ете һәм унан күберәк етем баланы үҙ ҡосағына һыйындырған ғаиләләр ҙә наградаға хоҡуҡлы.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: