-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Августа 2022, 10:49

“Вакцинация – вирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы”

Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең тотороҡланыуына ҡарамаҫтан, көн һайын ковид йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Вакцинация – вирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы”“Вакцинация – вирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы”
“Вакцинация – вирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы”

Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең тотороҡланыуына ҡарамаҫтан, көн һайын ковид йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Көҙгөһөн коронавирус менән ауырыусыларҙың күбәйеүе миҙгелле сирҙәр һәм иммунитеттың ҡаҡшауы менән бәйле. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн халыҡҡа прививка эшләтергә кәрәк, вакцинация кеше һаулығын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы булып тора, тип билдәләне министр.

Республика поликлиникаларында вакцинация кабинеттары көн дә эшләй, тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.

Сығанаҡ: Башинформ”.

 

 

Автор:
Читайте нас