

Сибай урамдарында шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукция, баҡсала үҫтерелгән уңыш менән сауҙа итеү урындары булдырыла.
Урам сауҙаһы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы башлығы Азамат Юлдашбаев.
Әле махсус сауҙа урындары ҡаланың Таусылар проспекты, 12 адресы буйынса урынлашҡан. Оҙаҡламай сауҙа рәттәре “Атайсал” магазины тапҡырына ла ҡуйыласаҡ.
“Хәҙер өлкәндәр баҡсала үҫтергән мул уңышын рәхәтләнеп ышыҡ урында ултырып һата ала. Хаҡлы ялдағыларға өҫтәмә килем булһа, һатып алыусылар арзан хаҡҡа тәбиғи аҙыҡ-түлек алыуҙарына ҡыуана”, - тигән фекерҙә ҡала етәксеһе.