-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Август 2022, 09:30

Хәйбулланы төтөн баҫҡан

Быйыл урман янғыны юҡ, тип ҡыуанабыҙ.

Хәйбулланы төтөн баҫҡан
Хәйбулланы төтөн баҫҡан

Быйыл урман янғыны юҡ, тип ҡыуанабыҙ.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 45 урман яныу осрағы теркәлгән, уттан 292 гектар ер зыян күргән. Ә 2021 йылдың был осоронда 305 янғын сыҡҡан булған.  

Әле Хәйбулла районы халҡы төтөнгә зарлана. Район башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәр аша ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. Уның белдереүенсә, төтөн Ырымбур өлкәһенән тарала икән.

Етәксе урман-ҡырҙарҙа ут менән һаҡ булырға саҡыра, сөнки янғын хәүефе бөгөнгө көндә киҫкен тора.

Автор:
Читайте нас: