-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Август 2022, 11:09

Эльбрусты яулаған педагог

Баймаҡ районы Бикеш ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Мөбәрәк Зәйнуллин Эльбрусты яулаған. Ул экспедиция сафында Европаның һәм Рәсәйҙең иң бейек нөктәһенә  күтәрелгән.

Эльбрусты яулаған педагог
Эльбрусты яулаған педагог

Баймаҡ районы Бикеш ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Мөбәрәк Зәйнуллин Эльбрусты яулаған. Ул  экспедиция сафында Европаның һәм Рәсәйҙең иң бейек нөктәһенә күтәрелгән.

Мөбәрәк Зәйнуллин  X- Guide экспедицияһы составында 5 642 метр бейелекте яулай. Ул ҡатмарлылыҡ буйынса 16-сы категорияға ҡарай. Был экспедиция Эльбрусҡа күтәрелеү өсөн көнъяҡ маршрутын һайлаған.

  • Ниһайәт хыялыма ирештем. Эльбрус тауы беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Мин был экспедицияны үҙемдең яҡындарыма, туғандарыма, хәрби иптәштәремә һәм ауылдаштарыма бағышлайым,- тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан Мөбәрәк Рауил улы.

Район һәм тыуған ауылының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан педагог Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, Афғанстанда хеҙмәт иткән, хәрби операцияларға ҡатнашҡан.  Бөгөнгө көндә  ул “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе ағзаһы булып тора. Бикеш ауылы мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән белем бирә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: