+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Август 2022, 09:49

Башҡортостан Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнаша

18-28 августа Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте фестивале үтәсәк. Рәсәй халыҡтары мәҙәниәттәре байлығына арналған форумда илебеҙҙән 50-нән ашыу төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ла ҡатнашасаҡ.  

Башҡортостан Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнаша
Башҡортостан Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнаша

Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте һәм йолалары, ғалимдарҙың үҙенсәлекле асыштары, йәмғиәттең экспедициялары, мауыҡтырғыс туристик маршруттар, хайуандарҙың һирәк төрҙәре менән таныштырыуҙы маҡсат итә Рус география йәмғиәте фестивале. Программала билдәле ғалимдарҙың, сәйәхәтселәрҙең лекциялары, интеллектуаль уйын-викториналар, документаль фильмдар күрһәтеү, фотографтар һәм кинематографистар менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары фестивалдә башҡорт халҡының милли йолалары һәм мәҙәниәте менән танышасаҡ. Махсус майҙансыҡтарҙа халҡыбыҙҙың тарихи милли үҙенсәлеген сағылдырған башҡорт тирмәһе урынлашасаҡ. Боронғо көнкүреш әйберҙәре менән биҙәлгән ихаталар бай мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтәсәк. Халыҡ ижады оҫталарының күркәм милли биҙәүестәре, сигелгән таҫтамалдары, биҙәкле туҡымалары, һуғылған балаҫтары урын аласаҡ. Шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. "Һабантуй"ҙа ойоштороласаҡ спорт-уйын программаһының да мауыҡтырғыс булыуы көтөлә.

Фестиваль программаһына ярашлы, 26 августа Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләү ҡаралған. Унда Башҡортостандың сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу концерт үтәсәк.

Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: