+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Август 2022, 12:34

Асыҡ һауала бушлай «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк

11 августа баш ҡалала Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа асыҡ һауала бушлай кино күрһәтеләсәк. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» исемле яңы фильмы тәҡдим ителә.

Асыҡ һауала бушлай «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк
Асыҡ һауала бушлай «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк

11 августа баш ҡалала Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа асыҡ һауала бушлай кино күрһәтеләсәк. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» исемле яңы фильмы тәҡдим ителә. Кинотаҫмала Өфөнөң, шулай уҡ Әбйәлил һәм Белорет райондарының күркәм тәбиғәте сағылыш тапҡан. Ул комедия роуд-муви жанрында төшөрөлгән. Мауыҡтырғыс сюжет ғәҙәти булмаған, шул уҡ ваҡытта  күп Рәсәй ғаиләләренә хас хәлдәрҙе һүрәтләй. Көрсөккә батҡан Рәхмәтуллиндарҙың мажаралары иҫке һары микроавтобуста еңеү һәм биш миллион һум аҡса яулау өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына юлланыуҙан башлана.

Кинокартина Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Рәсәй Кинематографистар союзының Башҡортостан бүлексәһе булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Башҡортостан» киностудияһы заказы буйынса 2021 йылда төшөрөлгән.

Кино киске сәғәт унынсы яртыла башлана.

Фото: «Башҡортостан» киностудияһының рәсми сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: