+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Август 2022, 12:37

Аҡ халатлылар хеҙмәтенә – юғары баһа

Коронавирус эпидемияһы осоронда халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороу һәм күрһәтеүҙәге юғары профессионализмы һәм ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙ медиктары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юғары баһаһына лайыҡ булды.

Аҡ халатлылар хеҙмәтенә – юғары баһа
Аҡ халатлылар хеҙмәтенә – юғары баһа

Коронавирус эпидемияһы осоронда халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороу һәм күрһәтеүҙәге юғары профессионализмы һәм ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙ медиктары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юғары баһаһына лайыҡ булды. Был турала дәүләт башлығының күрһәтмәһе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урын алған.

Рәсәй Президентының Почет грамотаһына Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин, Федоровка үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Марина Асабина, БДМУ профессоры Денис Байков, Бөрө район дауаханаһы табибы Әнисә Вилданова, Сибай ҡала дауаханаһы баш шәфҡәт туташы Зифа Ғәлләмова, Йәрмәкәй район дауаханаһы баш табибы Рәмил Ғизетдинов, БДМУ доценттары Андрей Какаулин һәм Лиана Шәйхуллина, Республика клиник инфекция дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Ленара Шәрифуллина лайыҡ булды.

Республикабыҙҙың бер нисә медигына Рәсәй Президентының Рәхмәте белдерелде. Улар араһында –  БДМУ доценты Алена Бурганова, Бөрө район дауаханаһы табибы Оксана Ванскова-Әхмәтшина, Салауат ҡала дауаханаһы бүлек мөдире Вениамин Герасимов, Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы баш шәфҡәт туташы Саера Дөмәева, Ҡыйғы район дауаханаһы поликлиникаһы шәфҡәт туташы Жәмғиә Саматова, Ҡалтасы район дауаханаһы табибы Далларыса Сафина, Сибай ҡалаһы дауаханаһы табибы Флүс Сираев, Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы бүлек мөдире Тимур Үтәшев, БДМУ профессоры Радик Фаязов, Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Земфира Ханнанова, Иҫәнғол район дауаханаһы табибы Рәмилә Хужина.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: