

Эҫе көндәрҙә йылға- күлдәрҙә батып үлеүселәр статистикаһы арта. Һыу төшөргә рөхсәт бирелмәгән урындарында һыу ингән кешеләрҙе бәлә һағалай. Ҡыҙғанысҡа, 2022 йылдың 5 авгусына ҡарай бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һыуҙан 87 кеше сығарылған. Һандар ҡурҡыныс, шуларҙан 46 өлкән кеше, 7 бала һыу ҡорбаны булған.
Белгестәр билдәләүенсә, һыуҙа батыусыларҙың барыһы ла рөхсәт бирелмәгән урындарҙа һыу төшкән һәм өлкәндәр спиртлы эсемлек ҡулланған. Был күпселектә фажиғәнең төп сәбәбе булып тора. Ошо ял көндәрендә Әбйәлил районының Дәүләт ауылынан алыҫ түгел,Сыбаркүлдә бер ирҙең кәүҙәһе табыла. Уны балыҡсылар һөйрәп сығарған. Әле мәрхүмдең исем- шәрифтәре асыҡлана, тәфтиш эше бара.
Республикала бөгөнгө көнгә 55 төбәктә 121 пляж асылған.Был иһә Волга буйы федераль округында иң яҡшы күрһәткес. Шул уҡ Татарстан республикаһында 50 пляж эшләй. Шуға ҡарамаҫтан рөхсәт ителмәгән урында һыу төшөүселәр уның эҙемтәләре хаҡында уйланмай. Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тағы ла бер тапҡыр иҫкәрмә яһай, һыу ингәндә иғтибарлы булырға, пляжға йөрөргә саҡыра.