+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Августа 2022, 04:20

Уңыш йыйыу мәле

Быйыл республика баҫыуҙары мул уңыш менән ҡыуандырмаҡсы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңыш йыйыу мәлеУңыш йыйыу мәле
Уңыш йыйыу мәле

Быйыл республика баҫыуҙары мул уңыш менән ҡыуандырмаҡсы.

Радий Хәбиров, быйыл республикала яҡынса 4 миллион тонна ашлыҡ йыйып алырға өмөтләнәбеҙ, тип белдергәйне үҙенең Мәләүез районына эш сәфәрендә.

Хәйбулла игенселәренә, мәҫәлән, 83 мең гектар самаһы майҙанды иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алыу бурысы тора. Районда ураҡҡа тәүгеләрҙән булып “Әбүбәкер” йәмғиәте һәм Виктор Власенко фермер хужалығы аграрийҙары төшкән.

Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә районда урып-йыйыу эштәрен башлап ебәргән фермер Рәшит Риза улы Яхин ҡотлай. “Йыл да, яҡшы уңыш йыйып ала, башҡаларға үрнәк күрһәтә. Афарин!” – тип яҙа ул.

Хәйерле сәғәттә, игенсе!

Автор:
Читайте нас