-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Августа 2022, 05:11

Республика мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһында ҡатнаша

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған ял көндәрендә Нефтекама ҡалаһына барҙы. Ҡалала 9-сы һанлы мәктәптең капиталь ремонты бара. Белем усағы “Мәғарифтең мәктәп системаһын модернизациялау” федераль программаһына ингән. Учреждениелағы ремонтты  яңы уҡыу йылына тамамлау күҙаллана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһында ҡатнашаРеспублика мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһында ҡатнаша
Республика мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһында ҡатнаша

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған ял көндәрендә Нефтекама ҡалаһына барҙы. Ҡалала 9-сы һанлы мәктәптең капиталь ремонты бара. Белем усағы “Мәғарифтең мәктәп системаһын модернизациялау” федераль программаһына ингән. Учреждениелағы ремонтты  яңы уҡыу йылына тамамлау күҙаллана.

Мәктәп бинаһы 70-се йылдар уртаһында төҙөлгән. Заман һынауҙарын үткән белем усағына етди ремонт эштәре талап ителгән. Төҙөүселәр мәктәп эсендәге һылап- буяу эштәрен тулыһынса яңыртҡан, бина тышҡы яҡтан йылытылған,инженер селтәрҙәре, һыу, электр тәьминиәте, иҙәндәр алыштырылған.

Мәктәп директоры Резида Ғабдрахманова билдәләүенсә, белем усағында 800 бала уҡый. Шуға ҡарамаҫтан, 45 йыл эсендә учреждениела бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән:”Яңы уҡыу йылына уҡыусыларҙы бик яҡшы бүләк көтә”,- тине директор. Үҙ сиратында Радий Фәрит улы республика мәғариф учреждениеларының мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһында әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.

  • Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең иҫке мәктәптәренә капиталь ремонт үткәреү кеүек бик шәп проектты тәҡдим итте. Беҙ был тәңгәлдә бик һөҙөмтәле эшләйбеҙ. 2022 йылда Нефтекама ҡалаһында ғына 5 мәктәп яңыртыласаҡ, тағы биш учреждение киләһе йыл. Ошондай уҡ эштәр бөтә республика буйынса бара, - тине республика етәксеһе.

Башҡортостанда 2026 йылдарға тиклем 365 мәктәптә капиталь ремонт үтергә тейеш. Ә яңыртылған 63 белем усағын быйыл, яңы уҡыу йылына асасаҡтар. Башҡортостан Башлығы Нефткама ҡалаһында башҡа төҙөлөш объекттарында ла булды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас