+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Августа 2022, 10:53

Герой исеме бирелә

Өфөнөң “Патриот” хәрби- патриотик паркы Рәсәй Геройы, һауа- десант ғәскәрҙәренең өлкән лейтенанты Максим Серафимовтың исемен йөрөтәсәк. Ҡаһарман егет махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә  батырҙарса һәләк булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Герой исеме биреләГерой исеме бирелә
Герой исеме бирелә

Өфөнөң “Патриот” хәрби- патриотик паркы Рәсәй Геройы, һауа- десант ғәскәрҙәренең өлкән лейтенанты Максим Серафимовтың исемен йөрөтәсәк. Ҡаһарман егет махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә  батырҙарса һәләк булған.

Һауа- десант ғәскәре офицеры Максим Серафимов үҙ отряды менән дошман утына эләгә. Лейтенант 30 дошманды һәм бронетранспортерҙы юҡ итә. Улар 10 сәғәт буйына оборона тота. Киләһе штурмда янында ярылған гранатаны үҙ кәүҙәһе ҡаплай һәм иптәштәрен үлем тырнағынан ҡотҡара. Президент Владимир Путиндың Указы менән уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән. Максим Серафимов Рязань һауа- десант училищеһын тамамлаған, бик аҡыллы, яуаплы кеше, үҙ иленең патриоты булған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә  киләһе йылда “Патриот” паркында һауа- десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләү тәҡдимен дә индерҙе.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас