+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Август , 13:08

Сибайҙа “Һаулыҡ марафоны” үтте

Сибайҙа ҡала халҡы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн “Һаулыҡ марафоны” уҙҙы.

Сибайҙа “Һаулыҡ марафоны” үтте
Сибайҙа “Һаулыҡ марафоны” үтте

Сибайҙа ҡала халҡы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн “Һаулыҡ марафоны” уҙҙы. Ул сәләмәтлекте һаҡлау тураһында мәғлүмәтлелекте арттырыусы төрлө сараларға бай булды. Марафондың төп маҡсаты – сирҙәрҙе иртә асыҡлау һәм профилактик консультациялар үткәреү, тип билдәләй Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Балалар ижады үҙәге алдында алдында «Диспансеризация», «Маммография», «Флюорография», «Вакцинация» тигән яҙыуҙар беркетелгән автобустар теҙелешеп киткәйне. Бина эсендә иһә сибайҙар ҡан баҫымын үлсәтә, шәкәр кимәлен билдәләй, анкета һорауҙарына яуаптар бирә...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мейелә ҡан йөрөшө боҙолғанда медицина ярҙамын координациялау буйынса баш штаттан тыш белгесе, Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы баш табибы Ирина Карамованың “Инфаркт һәм инсульт булмаһын” тигән сығышы ҡыҙыҡлы викторина менән тамамланды, унда ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелде.

Төбәк Ҡан тамырҙары үҙәге етәксеһе Эмма Колчина инсульт булған пациенттарға дауаханаға тиклем заманса медицина ярҙамы күрһәтеү хаҡында беренсе звено белгестәре менән дәрестәр уҙғарҙы.

Эш сәфәре барышында Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы белгестәре бригадаһы инсульт кисереүселәргә Сибайҙағы Ҡан тамырҙары бүлексәһендә медицина ярҙамы нисек күрһәтелеүен тикшерҙе. Бүлексәнең эше ҡәнәғәтләнерлек тип табылды, асыҡланған иҫкәрмәләр иғтибарға алынды.

Шулай уҡ район дауаханаһында юғары технологиялы алымдар индереү буйынса ойоштороу саралары хаҡында һөйләштеләр. Үҙәк дауахана белгестәре өсөн артабан бер нисә оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк һәм Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһында уларҙы уҡытыу ойоштороласаҡ.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в