+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Август , 10:20

Ковид йәнә көсәймәһен өсөн

Сентябрь урталарында Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының артыуы ихтимал. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, әлегә хафаланырға сәбәп юҡ, ләкин хәҙерҙән үк вакцинация һәм ревакцинация буйынса әүҙем эшләргә кәрәк.

Ковид йәнә көсәймәһен өсөн
Ковид йәнә көсәймәһен өсөн

Сентябрь урталарында Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының артыуы ихтимал. «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак ошо хаҡта һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, әлегә хафаланырға сәбәп юҡ, ләкин хәҙерҙән үк вакцинация һәм ревакцинация буйынса әүҙем эшләргә кәрәк. Август аҙағында отпускынан һуң эшкә сыҡҡан уҡытыусыларға айырым иғтибар биреү зарур. Анна Казак әйтеүенсә, шулай уҡ августа грипҡа ҡаршы вакцина яһата башлау мөһим.

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына вакцинация һәм ревакцинация мәсьәләһен шәхси контролдә тоторға ҡушты.

«Һуңынан йәнә сикләү сараларын индерергә тура килмәһен өсөн, бөгөндән халыҡҡа прививка яһау менән шөғөлләнергә кәрәк. Үҙегеҙҙән һәм хакимиәттәрегеҙҙән башлағыҙ. Республикала «Спутник V» вакцинаһы етерлек. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 267 меңдән ашыу доза бар. Үҙеңде хәүефһеҙ тойоу өсөн, мотлаҡ ҡабаттан вакцина эшләтергә кәрәк. Был айырыуса хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға — хроник сирҙәре булғандарға ҡағыла», — тип билдәләне Максим Забелин.

 

 

Автор:
Читайте нас в