+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Августа 2022, 07:53

Ынйылай булһын баланың тештәре

Теш ауырыуҙары булған балаларға амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу һәм балалар өсөн профилактик стоматология программаларына йүнәлеш биреү өсөн, республикала Балалар стоматологияһы һәм ортодонтияһы үҙәге булдырылды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ынйылай булһын баланың тештәреЫнйылай булһын баланың тештәре
Ынйылай булһын баланың тештәре

Теш ауырыуҙары булған балаларға амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу һәм балалар өсөн профилактик стоматология программаларына йүнәлеш биреү өсөн, республикала Балалар стоматологияһы һәм ортодонтияһы үҙәге булдырылды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ул Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы базаһында урынлашҡан.

Үҙәк Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында йәшәүсе балаларға консультациялар бирәсәк, унда шулай уҡ телемедицина технологиялары ла ҡулланыласаҡ.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас