+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Август , 13:20

Яҡташтарыбыҙ – «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеүсе

VII «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының ойоштороу комитеты «Күп балалы ғаилә», «Йәш ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Алтын ғаилә», «Ғаилә – ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы» номинациялары буйынса федераль этап еңеүселәрен иғлан итте. «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында республикабыҙҙың Тәтешле районы Кәлтәй ауылынан Мәкиә һәм Муллахан Мулләхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы.

Конкурстың федераль этабында төбәк этаптарында еңгән 353 ғаилә ҡатнашты.

Июнь айында Мулләхмәтовтар ғаиләһе конкурстың республика этабында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында беренсе урынды алғайны. Ғаилә башлығы Муллахан Мулләхмәт улы Кәлтәйҙә «Сәрбиямал» мәсете, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә обелиск төҙөү эшен башлап ебәргән. Ул тыуған ауылының тарихын өйрәнә, унда йәшәүселәрҙең барыһының да шәжәрәләрен төҙөгән.

Конкурс 2016 йылдан уҙғарыла. Уны ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды, ил субъекттарының башҡарма власть органдары.

Автор:
Читайте нас в