+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Август , 08:56

Трассала 35 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Иглин районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Трассала 35 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Трассала 35 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Һамар— Өфө — Силәбе трассаһында 35 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Рено Каптюр» рулендәге 52 йәшлек ханым ҡаршыға килгән «Ман» фураһы, шунан «Лифан Солано» менән бәрелешкән. Аварияла «Лифан»дың 35 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән үлгән. Уның 12 йәшлек улы һәм 10 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. «Рено» водителе һәм уның ике пассажиры, 35 йәшлек ҡатын һәм 15 йәшлек ҡыҙ ҙа медицина учреждениеһына ебәрелгән. Әле тикшереү бара, автотехник һәм суд-медицина экспертизалары тәғәйенләнгән», — тип билдәләнеләр полицияла.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/law/2022-08-03/po-faktu-smertelnogo-dtp-v-iglinskom-rayone-bashkirii-vozbuzhdeno-ugolovnoe-delo-2897007

Автор:
Читайте нас в