+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Август 2022, 15:39

Шәп бүләктәр уйнатылды

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң  баҫмаларға яҙылыусылар араһында “Яҙыл һәм от” конкурсына йомғаҡ яһалды. Нәшриәт уйнатҡан ҡыйбатлы бүләктәрҙе гәзит-журналдарҙан айырылмаған ҡатын-ҡыҙҙар отто.

Шәп бүләктәр уйнатылды
Шәп бүләктәр уйнатылды

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң  баҫмаларға яҙылыусылар араһында “Яҙыл һәм от” конкурсына йомғаҡ яһалды. Нәшриәт уйнатҡан ҡыйбатлы бүләктәрҙе гәзит-журналдарҙан айырылмаған ҡатын-ҡыҙҙар отто.

Приздарҙы уйнатыу бөгөн, 3 августа,  БСТ каналының “Сәләм” иртәнге тапшырыуында үтте. Конкурста ҡатнашыу өсөн  кәмендә ике баҫмаға яҙылыу талап ителде. Баҫмаларҙың исемлеге rbsmi.ru сайтының интернет- магазинында урынлаштырылған ине. Улар - республика баҫмалары, журналдар, район гәзиттәре. Конкурс шарттары буйынса уҡыусылар 2022 йылдың икенсе яртыйыллығына, гәзит- журналдарҙың электрон, баҫма , почта, альтернатив вариантына яҙылды.

Уҡыусылар араһында ноутбук, мотоблок, телевизор, һыуытҡыс лар, телевизор, велосипед уйнатылды. Барлығы меңгә яҡын хат  ҡабул ителгән, әммә конкурсҡа 500 кеше үткән. Приздар уйнатҡанда бүләктәргә 68 процент ҡатын- ҡыҙҙар, 32 процент ир- егеттәр дәғүә иткән. Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла һәм башҡа райондар өҫтөнлөк итә. Балалар журналы араһында “Аманат”ҡа, ә өлкәндәр баҫмаларында “Йәшлек”, “Өмөт” лидерҙар булып тора.  

Төп приз- ноутбук Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан  Айһылыу Сирбаеваға эләкте. Ул “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм “Шоңҡар” журналдарына яҙылған.

Мотоблок  Ауырғазы районы Кәбәс ауылына, Мөлөкөва Миңзәләгә китте. Ул “Башҡортостан Республикаһы” һәм “Ауырғазы хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылған.

Һыуытҡыс лар Өфөнән Рәсимә Яҡуповаға. Ул “Ағиҙел” һәм “Башҡортостан уҡытусыһы”на яҙылған

Телевизор Бүздәк районыны Ураткүл ауылына, Зифа Цукановаға. Ул “Тамаша” һәм “Бүздәк яңылыҡтары”на яҙылған.

Велосипед Көйөргәҙе районы Ҡансура ауылына Мәҙинә Сәйфуллинаға тәғәйенләнде. Ул “Йәшлек” һәм “Юшатыр” гәзиттәренә яҙылған.

Еңеүселәрҙе “ Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ.

 Телефон һандары - 226-99-5, кеҫә телефоны - 987-486-68-28. Клара Рәсил ҡыҙы.

Беренсе сентябрға тиклем 2023 йылдың тәүге яртыйыллығына ваҡытынан алды яҙылырға була. Был осорҙа яҙылыуға льготалы хаҡ үҙ көсөндә ҡала.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: