+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Август , 09:00

Биатлон буйынса чемпионатта пьедесталдың бөтә баҫҡыстарын өфөләр яулаған

Өфөлә биатлон буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте. Ярыштарҙа Өфөнән, Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан, Ишембайҙан, Белореттан 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнашты. Иң көслөләр исеме өсөн көрәш «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында ойошторолдо.

Биатлонсылар роллер-спринтта ҡатнашты. Ир-егеттәргә – 10, ҡатын-ҡыҙҙарға 7,5 саҡрым үтергә кәрәк ине.

Чемпионат йомғаҡтары буйынса почет пьедесталында – Өфө спортсылары. Ир-егеттәр араһында Дмитрий Коротков иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, икенсе урында – Родион Травников, өсөнсөлә – Данил Матерков.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «алтын» Карина Бахтинала. Вера Румянцева менән Анна Кунаева көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы.

Бөгөн бында ошо уҡ ҡатнашыусылар менән Өфө беренселеге башланды. Ярыштарҙа 91 спортсы (60 егет, 31 ҡыҙ) ҡатнаша.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-08-03/na-chempionate-bashkirii-po-biatlonu-vse-stupeni-piedestala-zanyali-ufimtsy-2897148

Автор:
Читайте нас в