+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Август , 12:15

Башҡортостанда етештерелгән продукцияға ҡыҙыҡһыныу белдереп

 Иран Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларының етештереү технологияларына һәм продукцияһына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә Иран Ислам республикаһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы  илсеһе Казем Джалали эш сәфәре менән республикаға килгәйне.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Иранға эскпорт 6, 7 тапҡырға артҡан. Республика предприятиелары әле лә продукция оҙатыуҙы арттырырға иҫәп тота. Сөнки эшлекле партнер булараҡ Иран республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.  “Стеклонит” акционерҙар йәмғиәтендә геосинтетик материалдар, быяла тауарҙар, төҙөлөш  өсөн быяла сеткалар, торбаүткәргестәр өсөн материалдар етештерелә. Шулай уҡ Иран делегацияһы Өфөнөң компрессор заводында һәм башҡа предприятиеларҙа ла  булды, унда сығарылған продукция менән танышты. Башлыса сит ил вәкилдәре ерҙе рекультивациялау, төҙөлөш тармағы һәм нефть- газ өлкәһе менән ҡыҙыҡһынды.

Билдәле булыуынса, Иран делегацияһының Башҡортостанға сәфәре барышында  улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлек өлкәһен киңәйтеү, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында килеште. Уның иң мөһиме- Каспий диңгеҙендә – транспорт логистикаһын төҙөү булды. Бөгөн бөтә кимәлдә импортты алыштырыу, яңы эшлекле партнерҙар табыу хаҡында һүҙ барғанда, был сәфәр республика өсөн бик әһәмиәтле.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в