+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Августа 2022, 05:18

Ауыл хужалығында юғары уңыш көтөлә

Башҡортостанда ужым культураларының уңышы гектарынан 35 центнерға етәсәк. Был һуңғы өс йылдағы иң яҡшы күрһәткес.  Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер- министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов Благовар районында үткән “Баҫыу көнө” семинарында белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хужалығында юғары уңыш көтөләАуыл хужалығында юғары уңыш көтөлә
Ауыл хужалығында юғары уңыш көтөлә

Башҡортостанда ужым культураларының уңышы гектарынан 35 центнерға етәсәк. Был һуңғы өс йылдағы иң яҡшы күрһәткес.  Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер- министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов Благовар районында үткән “Баҫыу көнө” семинарында белдерҙе.

-Ауыл хужалығы эштәре барышында йыл да минераль ашламалар файҙаланыу арта бара. Быйыл 205 мең тонна ашлама индерелгән. Практика һәм фән күрһәтеүенсә, был юғары уңыштың ышаныслы юлы. Баҫыу көнөндә ауыл хужалығы культураларына теге йәки был ашламаларҙың йоғонтоһон һынап ҡарарға, шулай уҡ минераль ашламалар менән тәьмин иткән предприятиелар менән осрашыу мөмкинлеге бар, - тине ведомство етәксеһе.

Мәғлүм булыуынса, ашламалар һатып алыуға республика бюджеты уның 70 процентын субсидиялай. 2020 йылда мәҫәлән был маҡсатта 550 миллион һум аҡса бүленгән.

Хәбәр итеүебеҙсә, “Баҫыу көнө” семинары традицион рәүештә йылда бер төбәктә үткәрелә. Уның тәүгеһе Ейәнсура районыныда, икенсеһе Благовар районыныда үтте.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас