+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Августа 2022, 07:52

Архангел районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителгән

Республикала тағы бер районда бишенсе класлы урман янғыны хәүефе фаразлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Архангел районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителгәнАрхангел районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителгән
Архангел районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителгән

Архангел районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителде. Быға тиклем районда хәүеф юғары ине, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Шулай уҡ Бөрө һәм Кушнаренко райондарында бишенсе класлы урман янғыны хәүефе һаҡлана, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.

4 авгусҡа мәғлүмәттәр буйынса, Асҡын, Балаҡатай, Дүртөйлө, Йылайыр, Учалы, Федоровка һәм Яңауыл райондарында юғары янғын хәүефе бар.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда урман янғындары теркәлмәгән, дөйөм алғанда, республикала бәләкәй һәм урта класлы янғын хәүефе фаразлана.

Сығаныҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/v-bashkirii-esche-odnomu-rayonu-prisvoili-5-klass-lesopozharnoy-opasnosti-2897608

Автор:
Читайте нас