

Республикала тәүлек эсендә коронавирус 91 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Әле дауаханала 135 сырхау ята, уларҙың 79-ы – 60 йәштән өлкәнерәк. 21-е ауыр хәлдә, өсәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған.
Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереүсе 452 кеше өйөндә дауалана, уларҙың 131-е – өлкән йәштәгеләр.
Үткән 24 сәғәттә 33 кеше сирҙе еңеүгә өлгәшкән. Уҙған тәүлектә ковидтан вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, кисәле-бөгөнлө ул сир 12 сырхауҙа раҫланған, үпкә ялҡынһыныуынан һауығып, дауахананан сығыусылар – 11.
Фото "Башинформ"дан алынды.