+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Августа 2022, 04:10

Ҡыҙҙар төркөмө конкурсҡа сыға

6 августа Силәбе өлкәһенең Метлино ҡасабаһында Көньяҡ Урал халыҡтары милли мәҙәниәтенең «Zaman-2022» тәүге этно-фестивале үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙҙар төркөмө конкурсҡа сығаҠыҙҙар төркөмө конкурсҡа сыға
Ҡыҙҙар төркөмө конкурсҡа сыға

6 августа Силәбе өлкәһенең Метлино ҡасабаһында Көньяҡ Урал халыҡтары милли мәҙәниәтенең «Zaman-2022» тәүге этно-фестивале үтә.

Ҡатнашыусылар араһында Силәбе  өлкәһендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағында ойошторолған “Башккорд” башҡорт балалар рок-төркөмө лә бар.

Уларҙың башҡарыуында Blur британ төркөмөнөң “Song 2” йыры башҡорт телендә яңғыраясаҡ. Шулай уҡ «Көҙ» авторлыҡ эше лә бар.

“Башккорд” төркөмө күптән түгел ойошторолған. Уның етәксеһе - өлкәләге билдәле музыкант Ришат Рәхимов. Төркөмдә Алтынай Нишанова, Карина Бигилдина, Ләйсән һәм Асель Мөхәмәтйәновалар уйнай.

Августа төркөм өлкәлә уҙғарылған башҡорт йыры конкурсында ҡатнашырға ниәтләй.

Автор:
Читайте нас