+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Август , 11:03

Талпан тешләү осраҡтары күп

Башҡортостанда быйыл алты айҙа талпан ҡаҙалған 7647 кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Был күп йылдар дауамында билдәләнгән уртаса күрһәткестән 4,3 процентҡа күберәк. Июль айында 1638 кешене талпан тешләгән. Был турала Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.

Республикала 4141,1 гектар ерҙә, шул иҫәптән балалар өсөн ял һәм һауыҡтырыу ойошмалары территорияларында 1765,6 гектар майҙанда талпанға ҡаршы эшкәртелгән. Әммә бөжәк таратҡан инфекцияға ҡаршы иң һөҙөмтәле сара – прививка яһатыу, ти табиптар. Йыл башынан талпан энцефалитына ҡаршы 30 меңдән ашыу кеше вакцина эшләткән, был планда билдәләнгәндең 83,7 процентын тәшкил итә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в