+12 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Август 2022, 14:20

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡайғыртып

Стәрлебаш районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең яңыртылған филиалы асылды.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡайғыртып
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡайғыртып

Стәрлебаш районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең яңыртылған филиалы асылды.

Ул Күмертау ҡалаһындағы реабилитация үҙәге бүлеге булып тора. Бында мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәргә комплекслы реабилитация үткәрәләр һәм социалләшергә, аралашыу һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итәләр. Уларға социаль-көнкүреш, социаль-медицина, социаль-психологик һәм социаль-педагогик хеҙмәттәр күрһәтелә.

Филиалда Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Ишембай райондарында һәм Стәрлетамаҡта йәшәүсе балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үтергә мөмкин.

2022 йылда 263 балаға шундай ярҙам күрһәтелер, тип күҙаллана. Улар бында икешәр аҙна буласаҡ. 2022 йылдың тәүге яртыһында 138 баланы ҡабул иткәндәр.

Филиалдың 1986 йылда төҙөлгән бер ҡатлы элекке бинаһы Стәрлебаш ауылы ситендә урынлашҡан була. Яңы бинаның ауыл үҙәгендә булыуы бик уңайлы. Бөтә социаль объекттар (дауахана, мәҙәниәт һарайы, парк, Балалар ижады йорто, мәктәп) эргәлә генә. Филиалға яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар һатып алынған.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в