+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Август , 17:10

Мәләүез районында бихисап эштәр тора

 Мәләүез районының Воскресенское ауылында Уралдағы иң боронғо баҡыр иретеү заводының биләмәләрен төҙөкләндереү бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында “Арт –үҙәк Воскресенск заводы”ндағы эштәр барышы менән танышты. 2020 йылда был проект бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында 65 миллион һум күләмендәге федераль субсидияға еңеүсе булды.

Завод янындағы биләмәләрҙе төҙөкләндереү концепцияһын  Башҡортостандың ҡалалар үҫеше институты, урбанистика Мәскәү үҙәге ауыл хакимиәте менән берлектә эшләне.

Институт директоры Илгиз Фәтҡуллин әйтеүенсә, төҙөлөштөң беренсе этабында майҙансыҡты тигеҙләү, йәйәүлеләр өсөн юл һалыу, яҡтыртыу системаһы булдырыу, сәхнә комплексы- амфитеатр төҙөү тора. Кәсепселәр өсөн һатыу павильоны булдырыла, шулай уҡ балалар майҙансығы төҙөү, йәшелләндереү бурысы тора.

 Икенсе этапта быуа янындағы биләмәләрҙе төҙөкләндереү, кемпинг һәм глэмпинг төҙөлөшө бурысы ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы төҙөләштәрҙең тәүге этабын йылдың октябрь айына тамамлауҙы ҡушты.

 Баҡыр иретеү заводын 1745 йылда Иван Твердышев төҙөгән. Ул Рәсәйҙә беренсе баҡыр иретеү шәхси компанияһы булып иҫәпләнә. Завод 1902 йылға тиклем эшләгән.

 Башҡортостан Башлығы шулай уҡ урындағы музейҙа булды. Әйткәндәй ул 1970 йылдарҙа Мәскәүҙең билдәле рәссамдәре тарафынан асыла. Сөнки һуғыш йылдарында Мәскәү махсус һынлы сәнғәт мәктәбе тап Воскресенское ауылына эвакуацияланған булған.  Радий Фәрит улы киләһе йыл музейҙы ремонтлау кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в