+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Августа 2022, 03:30

Ҡала яны автобустарында йөрөү ҡыйбатлана

«Башавтотранс» сайтында баҫылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡала яны автобустарында йөрөү хаҡы артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡала яны автобустарында йөрөү ҡыйбатланаҠала яны автобустарында йөрөү ҡыйбатлана
Ҡала яны автобустарында йөрөү ҡыйбатлана

«Башавтотранс» сайтында баҫылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡала яны автобустарында йөрөү хаҡы артҡан.

Мәҫәлән, ошондай маршруттарға Өфөлә (110/110-сы, 101-се, 109-сы, 111/111к, 113/113к, 122-се, 123-сө, 124-се, 125-се, 164/164т һәм башҡа), шулай уҡ Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Дүртөйлөлә, Красноусолда, Мәсәғүттә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Сибайҙа һәм Туймазыла хаҡтар үҙгәргән.

Хәҙер ВАЗ автоүҙәгенән баш ҡала аэропортына тиклем юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 65 һумға, ә «Алға» картаһы буйынса 54 һумға төшә, ә Ҡала мәҙәниәт һарайынан Таптыҡ ауылына 97 йәки 81 һумға барып етергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас