

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус 88 ауырыуҙа раҫланған. Әлеге мәлдә ковид йоҡторған 109 сырхау дауаханала ята, уларҙың 71-е 60 йәштән өлкәнерәк. 23-өнөң хәле ауыр, дүртәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала, ти табиптар.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 383, 116-һы – өлкән йәштәгеләр.
Үткән 24 сәғәттә 63 кеше зәһәр вирустан һауығыуға өлгәшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡҡы тәүлектә унан бер яҡташыбыҙ вафат булған.
Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә килтерә: үпкә ялҡынһыныуы кисәле-бөгөнлө 10 ауырыуҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 13.
Фото "Башинформ"дан алынды.