-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Августа 2022, 04:42

Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында "Рыбатлон" ярышы үтте

Республикала беренсе тапҡыр йәйге «Рыбатлон» бәйгеһе уҙғарылды. Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында ике спорт төрөн – балыҡ ҡармаҡлау һәм йүгереүҙе үҙ эсенә алған ярыш бик күңелле үткән, еңеүселәр ҙә билдәләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында "Рыбатлон" ярышы үттеНуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында "Рыбатлон" ярышы үтте
Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында "Рыбатлон" ярышы үтте

Республикала беренсе тапҡыр йәйге «Рыбатлон» бәйгеһе уҙғарылды. Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында ике спорт төрөн – балыҡ ҡармаҡлау һәм йүгереүҙе үҙ эсенә алған ярыш бик күңелле үткән. Унда Башҡортостандан ғына түгел, ә Екатеринбург, Сорғот һәм Ырымбур ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булған. Бәйге ҡағиҙәләре ябай ғына икән: ҡармаҡ тотҡан һәр балыҡсы өс тапҡыр бер километрлыҡ ерҙе йүгереп үтергә, шуның араһында ике тапҡыр балыҡ тотоу урынына туҡталып,  ике балыҡ тоторға тейеш. Махсус ем менән ойоштороусылар тәьмин иткән. Һөҙөмтәлә туғыҙ балыҡсы икешәр балыҡ тотҡан, ә ҡалған урындар өҫтәмә йүгереү аша билдәләнгән. Нуриман районы хакимиәте башлығы кубогын Өфөнән Максим Чернов яулаған. 2-се булып Рөстәм Хаялдинов (Өфө) килгән, ә 3-сө урын Ырымбурҙан Леонид Фәйезовҡа эләккән. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң яҡшы балыҡсы булып Светлана Дементьева (Өфө) билдәләнгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас