+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Августа 2022, 05:57

Битлектәрҙе яңынан кейергә тура килерме?

Яңы эпидемиологик миҙгел яҡынлашыу менән коронавирус инфекцияһы йоҡтороу хәүефе лә арта. Ләкин яңы миҙгел киҫкен-респиратор һулыш сирҙәре, грипп һәм COVID-19 бергә ҡушылыуы менән ҡатмарлаша. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак шул турала һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Битлектәрҙе яңынан кейергә тура килерме?Битлектәрҙе яңынан кейергә тура килерме?
Битлектәрҙе яңынан кейергә тура килерме?

Яңы эпидемиологик миҙгел яҡынлашыу менән коронавирус инфекцияһы йоҡтороу хәүефе лә арта. Ләкин яңы миҙгел киҫкен-респиратор һулыш сирҙәре, грипп һәм COVID-19 бергә ҡушылыуы менән ҡатмарлаша. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак шул турала һөйләне.

Ул илдә ковид менән сирләү артыуын әйтеп үтте. “Башҡортостанда июндә һәм июлдә “Дельта” штамын өсәр кеше йоҡторҙо. Вирустың был төрө инфекцияһы ауыр үтә. Ләкин ҡурҡырға түгел, вакцинация үтергә кәрәк. Статистиканан күренеүенсә, прививка эшләткән кешеләр сирҙе еңелерәк кисерә”, – тине Анна Казак.

Анна Казак алда торған эпидемиологик миҙгелдең нисек үтеүе эш биреүселәрҙең һәм кешеләрҙең үҙҙәренең әҙерлегенә бәйле икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул коронавирусҡа ҡаршы вакцинация, ревакцинация үтеү мөһимлеген билдәләне. Был сараларҙы һанға һуҡмау ковидтың көсәйеүенә килтереүе ихтимал. Ул осраҡта иһә сикләү сараларын йәнә индерергә кәрәк булыуы мөмкин.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас